“М-Робо” компанияһы директоры Павел Алешин Стәрлетамаҡта юғары технологиялы ҡорамалдар – һанлы программа ярҙамында идара ителгән станоктар һәм роботлаштырылған автойыуыу комплекстары эшләү заводы проекты менән таныштырҙы. Инвестицияларҙың күҙалланған күләме – 126 миллион һум.
“Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашыусылар проектҡа тейешле дәүләт ярҙамы күрһәтергә, шулай уҡ уны өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә ҡарар итте.
Ҡалтасы районынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Владислав Бикмурзин хужалыҡта етештереү күләмен арттырыу йәһәтенән пландар тураһында һөйләне. Һүҙ ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу һәм сәсеүлек майҙандарын биш мең гектарға тиклем киңәйтеү хаҡында бара. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 168 миллион һум тәшкил итә. Фермер әйтеүенсә, заем аҡсаһын йәлеп итеү, район биләмәһендәге файҙаланылмаған ер майҙандарын рәсмиләштереү буйынса эш алып барыла.
Проектҡа ҡорамалдар һатып алыуға сығымды ҡаплау рәүешендә ярҙам күрһәтеләсәк, шулай уҡ өҫтөнлөклө инвестиция проекттары буйынса ҡаралған ташламалар биреләсәк.