+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Март 2020, 10:20

Экспортерҙар һаны артҡан

Башҡортостан былтыр “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының маҡсатлы күрһәткестәренә өлгәшкән.#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.
– 2019 йылда сеймалға һәм энергетикаға ҡарамаған экспорт күләме ике миллиард долларҙан ашыу булды, был унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 2,3 процентҡа күберәк, – тине Рөстәм Моратов. – Туғыҙ процентҡа экспортерҙар һаны ла артҡан. 911 предприятиеның 80 проценты – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары. Уларҙың һәр икенсеһе тышҡы баҙарға беренсе тапҡыр сыҡҡан.
Әлеге ваҡытта Хөкүмәттең иҡтисади блогы муниципалитеттар менән берлектә мөмкин булған экспортерҙар эҙләү менән шөғөлләнә. Бының өсөн республикала ике тапҡырға – 40 миллион һумдан 80 миллионға тиклем – экспорт эшмәкәрлеген субсидиялау буйынса программа сиктәрендә сит илгә тауар ташыуға сығымды ҡаплау йәһәтенән өҫтәмә аҡса бүленәсәк.
Шулай уҡ Рөстәм Моратов хәбәр итеүенсә, Рәсәй экспорт үҙәге июндә Өфөлә “Йыл экспортеры” бәйгеһенең округ этабын үткәрергә йыйына.
Читайте нас: