+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Март 2020, 12:00

Владимир Путин бизнес тураһында шулай уйлай икән...

Путин белдереүенсә, Рәсәй бизнесы һуңғы ун йылда бик үҙгәргән. Дәүләт тә уға инвестиция өсөн шарттар булдырырға бурыслы.#ВладимирПутин

Путин белдереүенсә, Рәсәй бизнесы һуңғы ун йылда бик үҙгәргән. Дәүләт тә уға инвестиция өсөн шарттар булдырырға бурыслы.
- Беҙҙә бәләкәй эшҡыуарлыҡ структураһы ла үҙгәрә башланы. Ул хәҙер сауҙа ғына түгел: арзанға алдың да, ҡыйбатҡа һаттың... Беҙҙә етештереүселәр ҙә, ғилми бизнес та, хатта юғары технологиялы бәләкәй эшҡыуарлыҡ та бар. Тауарҙарыбыҙҙың экспорты үҫә. Әммә эш бик әкрен бара, - тине Президент.
Һуңынан һорау биреүсе Ванденко әфәнде (ул үҙен бер аҙ хаттиннашҡан кеүек тота, ил башлығы менән кеше шулай һөйләшәме икән, әллә публикаға уйнаймы?) эшҡыуарҙар жуликмы ул, тип тә һорап ҡуйҙы. Журналист ыңғай яуап ишеткеһе килде шикелле.
Ҙур бизнесмендарҙы, бәлки, шулайыраҡ тип әйтергә лә булалыр. Мәҫәлән, элеккеләрен, 90-сы йылдағыларҙы. Һорауға әллә ҡайҙан Ходорковский исеме килеп ҡыҫылды.
- Ходорковский – жулик, уларҙың компанияһы мутлашыуҙарға ғына түгел, ә үлтереүҙә лә ҡатнашты. Һәм Рәсәй закондары буйынса хөкөм ителделәр ҙә... - Президенттың яуабы шул булды.
Фото: Кремлин.ру
Читайте нас: