Магнитогорск металлургия комбинатының тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә индергән инвестициялары ярҙамында 2025 йылға тиклем Магнитогорск “таҙа ҡала” статусы алырға тейеш. “ММК” ПАО-һының генераль директоры Павел Шиляев Урал федераль округында “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә комбинаттың тәбиғәтте һаҡлау буйынса эшмәкәрлеге тураһында һөйләп үтте. Был йүнәлештә ММК 2025 йылға хәтлем 38 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтергә ниәтләй. Тәү сиратта, ул атмосфераға химик элементтар (бензапирен, формальдегид, азот һ.б.) сығарыуҙы кәметеү. Уҙған йылда йүнәлешле инвестициялар көкөрттө тотҡарлаусы һәм газ таҙартыусы ҡоролмалар ҡуйырға мөмкинлек биргән, яңы аглофабрика сафҡа ингән. Комбинат етәкселеге яҡын киләсәктә 12-се кокс батареяһы төҙөү, домен мейесен сафҡа индереү һәм биохимик ҡоролманы реконструкциялауҙы планлаштыра.