+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Март 2020, 12:02

Әбйәлил билмәндәре ҡайҙа етештерелә?

Табыш килтереүсе тармаҡтар проекты сиктәрендә формалашҡан «Әбйәлил» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы етештергән продукция бөгөн ҡулланыусылар баҙарында үҙенең лайыҡлы урынын таба һәм билдәлелек яулай бара.

Асҡарҙа икмәк бешереү комбинатының элек ҡаҙанлыҡ урынлашҡан ҙур ғына майҙанында иттән ярымфабрикаттар етештереү цехы сафҡа инде. Табыш килтереүсе тармаҡтар проекты сиктәрендә формалашҡан «Әбйәлил» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы етештергән продукция бөгөн ҡулланыусылар баҙарында үҙенең лайыҡлы урынын таба һәм билдәлелек яулай бара.

Кооперативты ойоштороусылар булып КФХ башлыҡтары Н. З. Рәхмәтуллин (ул кооперативтың рәйесе лә), М. З. Әхмәтйәнов, шәхси ярҙамсы хужалыҡ башлыҡтары Г. З. Вәлиева, А. Ф. Кәримова һәм Г. М. Ғәбитова сығыш яһаған. Цех өсөн бина һайлауҙан башлап, уны ҡулай итеп йыһазландырыу, хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу, технологик процестарҙы автоматлаштырыу буйынса төплө уйлап төҙөлгән бизнес-план БР Ауыл хужалығы министрлығында уңышлы яҡланып, «Әбйәлил» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы 2999700 һумлыҡ грантҡа лайыҡ була.

Грант саралары былтыр сентябрь аҙағында кооперативтың иҫәбенә күсеү менән тиҙ арала алдан билдәләнгән план буйынса маҡсатлы тотонола. Ноябрҙә фургонлы газель алалар, декабрҙә заказ ителгән ҡоролмалары килеп етә. Ул арала бина реконструкциялана: инженер коммуникациялары алмаштырыла, бүлмәләр үҙгәртеп-ҡорола, тәҙрәләр яңыртыла, буяу-аҡлау эштәре башҡарыла. Һәм яңы йыл каникулдарынан һуң цех эшкә ебәрелеп, тәүге продукцияһын бирә.

Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының билмән-кәтлиттәре район магазиндарына һатыуға сығарылһа, манты, голубцы кеүек изделиелар туйҙарға һәм юбилейҙарға заказ буйынса эшләнеп китеп тора. Бөгөн цехта бөтәһе 10 төрлө ярымфабрикат етештерелә. Киләсәктә ассортиментты тағы ла байытыу ниәте күҙаллана. Райондың урман төбәгендә мәктәп туҡланыуын тәьмин итеүсе «Әбйәлил» сауҙа үҙәге менән хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалынған. Әйткәндәй, мәктәпкәсә йәштәге балалар, уҡыусылар өсөн кәтлит, тефтель, фрикаделькалар айырым рецептура, стандарт буйынса билдәле бер ауырлыҡта әҙерләнә.

Цехта 7 кеше эшләй. Хеҙмәткәрҙәр барыһы ла санитар кенәгә менән ҡабул ителгән, башлыса электән райпо, йәмәғәт туҡланыуы системаһында эшләгән тәжрибәле ҡатын-ҡыҙҙар тупланған — Лилиә Сәйәхова, Нәирә Хафизова, Дилә Суфиянова, Рәмзиә Йәһүҙина, Лида Сафина, Гөлниса Вәлиева, Роза Шәмсетдинова. Бригада бер сменала сәғәт 9-ҙан 6-ға тиклем эшләй. Төшкө ялға ҡайтып тормайҙар — көнкүреш бүлмәһендә ашау, сәй эсеү, ял итеү өсөн шарттар булдырылған. Хатта душ та бар.

Лилиә Сәйәхова производство буйынса мөдир вазифаһын башҡара. Ул больничныйҙа булыу сәбәпле, эш процесы менән уның урынбаҫары, райпола 30 йылдан ашыу хеҙмәт иткән ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы Нәирә Хафизова таныштырып, цех буйлап экскурсия үткәрҙе.

Ит кооператив ағзаларының хужалыҡтарынан һәм халыҡтан ҡабул ителә. Төп шарт ит мал һуйыу пункты аша үтергә тейеш. Цехта бөтә үлсәгестәр ҙә заманса — һанлы, элекке кеүек герҙе тегеләй-былай этеп, дөрөҫләп торорға кәрәкмәй. Тонналаған сеймал һыйҙырышлы ҙур туңдырғыс бүлмәлә һыйыр түшкәләре, боттар һанлап эленеп тора. Көн һайын эш сменаһы башланыуға ит тунаусы 30-40 килограмм итте һөйәгенән айырып бирә.

Ҡатын-ҡыҙҙар эшкә килеү менән фаршҡа әҙерләнгән итте йыуып, һарҡытып, иттартҡыстан үткәрергә әҙерләй. Йәшелсәләрҙе йыуыу урыны айырым. Шунда уҡ һуған, манты эшләү көнө булһа, быға өҫтәп картуф әрсейҙәр. Голубцы эшләү өсөн кәбеҫтәне бешкәкләп алырға, ристы бешерергә ҡулайлаштырылған мөйөш газ плитәһе менән йыһазландырылған. Иттартҡыстың ҡеүәте ҙур: 15 минутта 30 килограмм фарш үткәрә.

— Күп функциялы йәшелсә ҡырҡҡыстың да эшләүенә күҙ эйәрмәй: йәшелсәләрҙе комбайнға һалып тороу ғына шарт, — ти Нәирә Мөждәбә ҡыҙы. — Өс минутта өс биҙрә картуф шаҡмаҡлап ҡырҡыла, һуғанды ла ныҡ тиҙ ваҡлап турап бирә.

Кәтлит, тефтель, фрикаделька кеүек ярымфабрикаттар икенсе ҡорамал аша үтә. Ул фаршты билдәле бер ҙурлыҡта һәм грамына тиклем теүәл ауырлыҡта йомарламдар менән сығара. Әйтәйек, һатыуға сығарылған кәтлиттәрҙең ауырлығы 70 грамдан билдәләнһә, мәктәп туҡланыуы өсөн 50 йәки 100 грамлыҡ итеп әүәләнә. Ун минут эсендә меңдән ашыу билмән бөрөү ҡеүәтенә эйә аппарат эшкә ебәрелмәгән әле. Уға әлегә ихтыяж да юҡ. Күпселек ауыл халҡы ҡышҡы осорҙа билмәнде үҙе эшләп ашай. Шуға цехта хәҙерге ваҡытта билмәнде ҡулдан бөрөп тә өлгөртәләр. Эшсән ҡулдар көнөнә 80 килограмм билмән бөрөп ҡайта. Ә бына йәй етһә, автоматлаштырылған бөрөү ҡорамалы тулы ҡеүәтендә эшләй башлаясаҡ. Бары ярым ай итеп сығарылған билмәндең ике осонан тотоп йәбештереп кенә торорға кәрәк буласаҡ. Ҡамыр баҫыусы ике мискә бар. Әле уның бәләкәйе менән ҡулланалар. Көнөнә өс тапҡыр ҡамыр әҙерләнә, 18 кило он тотонабыҙ, ти хеҙмәткәрҙәр. Өшә йәйеү ҙә махсус техника ярҙамында башҡарыла. Уны түңәрәкләп киҫеү һәм билмән бөрөүгә иһә тырыш, түҙемле гүзәл заттарҙың ҡул көсө һалына.

— Беҙҙең продукция фәҡәт иттән генә эшләнә. Соя ҡушмайбыҙ. Манты эшләгәндә лә технология буйынса ит һәм картуф иллегә-илле алынырға тейеш булһа ла, итен күберәк һалабыҙ. Иң мөһиме ҡулланыусы ҡәнәғәт булһын тигән принциптан сығып эшләйбеҙ. Үҙебеҙҙең технологыбыҙ бар. Технолог Гөлнара Вәлиева — кооператив ағзаһы ла, — тип һүҙҙе дауам итә Нәирә апай.

Ҙур батмустарға теҙелгән әҙер продукция шок туңдырғысына оҙатыла. Бында бер сәғәт эсендә 20-30 килолап продукция шаҡырайып туңа. Ә бит ярымфабрикаттарҙың үтемлелеге дөрөҫ туңдырыуға ла бәйле. Бер-береһенә йәбешкән, йәлпәшеп бөткән билмәндәрҙе кем һатып алһын? Унан инде фасовкалау эше ҡала. Билмән – 800 грамм, манты — 1 килонан үлсәнеп, фирма ҡаптарына һалына, махсус үтек ярҙамында йәбештерелә. Ҡаптарҙағы һауаны һурҙыртыу өсөн вакуум аппараты ла бар. Был продукцияны һаҡлау ваҡытын оҙатыуға булышлыҡ итә. Ҡаптарға штрих-код йәбештереү һәм ҡулдан фасовкалау көнөн яҙыу менән производство процесына нөктә ҡуйыла. Артабан ул магазиндарға оҙатыла.

«Әбйәлил» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы бөгөн продукцияһын һатыу өсөн сауҙа өлкәһендә эшләүсе эшҡыуарҙар, ҙур супермаркеттар етәкселәре менән һөйләшеүҙәр алып бара, килешеүҙәр төҙөй. Полуфабрикаттар райондан тыш, Сибай, Магнитогорск ҡалаларына ла һатыуға сығарыласаҡ. Ә киләсәктә итле ризыҡтарҙан тыш, төрлө эслектәр менән ҡоймаҡ, шулай уҡ ыҫланған балыҡ етештереү, был маҡсатта урындағы ерлек сеймалын ҡулланыу буйынса пландарҙы тормошҡа ашыраһы бар.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: