+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Март 2020, 10:05

Башҡортостан умартасыларының съезы үтте

47-се Халыҡ-ара “Апимондия” конгресына һәм “АпиЭкспо” күргәҙмәһенә ярашлы ойошторолған сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы ла күҙ уңында тотто.#национальныепроекты; #нацпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Сарала ҡатнашыусылар умартасылыҡ тармағына ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне, үҙҙәрен борсоған һорауҙар буйынса фекер алышты.
К.А. Тимирязев исемендәге Рәсәй дәүләт аграр университетынан кафедра мөдире Әлфир Маннапов Башҡортостанда умартасыларҙы уҡытыу өсөн компетенция үҙәге асырға тәҡдим итте. Ул бөгөн донъяла йыл һайын ике миллион тонна бал етештерелеп, шуның 40 процент тирәһенең ялған продукция булыуы тураһында әйтеп үтте. Был йәһәттән Рәсәйҙә лә хәл шул сама. Әлфир Маннапов әйтеүенсә, ҡортсоларҙы уҡытыу сифатлы бал етештереү күләмен арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
Съезда баҫыуҙарҙы ағыулау сәбәпле бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы мәсьәләһе лә күтәрелде. Был йәһәттән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге рәйесенең беренсе урынбаҫары Алексей Николенконың сығышы фәһемле булды. Ул умартасылыҡ тармағына ҡағылышлы проблемаларҙы хәл итеүҙә йәмәғәт ойошмаларының роле артыуын билдәләп, ҡортсоларҙы берләшергә саҡырҙы һәм Ульяновск өлкәһе умартасыларының эшмәкәрлеген өлгө итеп килтерҙе.
Улар ҙа баҫыуҙарҙы эшкәрткәндән һуң ҙур зыян күрә һәм, берләшеп, фермерҙарға ҡәтғи талап ҡуя. Һөҙөмтәлә баҫыуҙар картаһы төҙөлә, ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртеү сараһы үткәрелерҙән алда умартасыларҙың телефонына смс-хәбәр ебәрелә. Ҡортсолар умарталарын икенсе урынға күсереү йәки бал ҡорттарын ваҡытлыса сығармай ябып тороу йәһәтенән сара күрә.
Читайте нас: