+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Март 2020, 11:30

Заманса бәйләнеш тәьмин ителә

В. Путиндың май указдарына ярашлы бойомға ашырылған “Һанлы иҡтисад” милли проекты 12 өҫтөнлөклө йүнәлештең береһе һаналып, уның дөйөм финанслау күләме 1,5 триллион һум тәшкил итә.#ВладимирПутин

Башҡортостан Республикаһында ошо милли проектҡа ярашлы, оптик-сүс үткәргесе һуҙыу буйынса маҡсатлы эш дауам итә. Былтыр декабрь айында “Башинфорсвязь” йәмғиәте әлеге милли проект сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған “Мәғлүмәти инфраструктура” проектының беренсе этабын тамамлағайны. Һөҙөмтәлә республикалағы йөҙәрләгән фельдшер-акушерлыҡ пункттары, мәғариф учреждениелары, ауыл биләмәһе хакимиәттәре, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы бүлексәләре оптик-сүс селтәргә тоташтырылды. Был йүнәлештәге эштәр быйыл да дауам итәсәк. “Башинформсвязь” йәмғиәте республиканың 536 ауыл һәм ҡалаһында тағы ла 888 социаль учреждениены юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу буйынса эш алып бара. Ошоға ярашлы 431 мәғариф учреждениеһы, 354 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 79 ауыл хакимиәте, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы 22 бүлексәһе һәм дүрт һайлау комиссияһы участкаһы селтәргә тоташасаҡ. “Башинформсвязь” йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Алферов белдереүенсә, Башҡортостан социаль әһәмиәтле объекттарҙы юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу буйынса Волга буйы федераль округында алдынғылар рәтендә һанала. Ул шулай уҡ: "Юғары тиҙлекле интернетҡа тоташҡан социаль объекттарҙың күбеһе – 92 проценты ауыл ерендә урынлашҡан. Уларҙың яртыһынан күбеһе селтәр менән ҡулланыу мөмкинлегенә тәүге тапҡыр эйә булды", - тип билдәләне. 2021 йыл аҙағына тиклем йәмғиәт 1514 ҡала һәм ауылдағы 2774 социаль учреждениены заманса бәйләнешле итергә иҫәп тота.
Читайте нас: