БМК металлургия комбинаттары өсөн, Европа стандарттарына ярашлы, яңы полимер япмалы канаттар етештерә. Уларҙың 24 миллиметрлыһы “Ижсталь”предприятиеһының электр ҡорос иретеү цехында мейесле крандарға урынлаштырылған.
22 миллиметрлы канаттар Силәбе металлургия комбинатының прокат цехындағы электр крандарында ҡулланыла.
Комбинат полимер япмалы канаттарҙы 2019 йылда етештерә башлағайны. Ябайҙарына ҡарағанда яңы канаттар ныҡлыҡтары һәм һығылмалы булыуҙары менән айырыла.
Сәнәғәт предприятиеһында был эш “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.