-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Апрель 2020, 10:15

Эшҡыуарҙар ярҙамһыҙ ҡалмай

Көрсөк ваҡытында бизнес ярҙамға мохтаж. Быны республика етәкселеге яҡшы аңлай. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙең төрлө юлдарын тәҡдим итә. #ВладимирПутин

Ярҙамдың төп төрө һалымға ҡағыласаҡ. Ул муниципалитеттарға республика бюджетын тулылындарыусы бизнесҡа һалым ярҙамын әҙерләргә ҡушты. Һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын ҡулланған ойошма һәм шәхси эшҡыуарҙарға “килем” системаһы буйынса һалым ставкаһын 6 проценттан 1 процентҡа тиклем төшөрөргә ҡушты.
Әгәр бәләкәй һәм урта бизнес ойошмалары муниципалитет милкендә булған бинаны ҡуртымға ала икән, улар хаҡ түләүҙән азат ителәсәк. Муниципалитеттар апрель аҙағына тиклем документ әҙерләргә тейеш.
Бынан тыш бизнес өсөн социаль һалым күләме 30 проценттан 15 процентҡа тиклем төшәсәк, ярты йылға НДС-тан башҡа һалым түләүҙәре сикләнеп торасаҡ. Был ярҙам тураһында ил Президенты Владимир Путин да әйткәйне. Шулай уҡ бизнес тикшереүҙәрҙән азат ителә.
Дәүләт ярҙамын көрсөктән иң ныҡ зыян күргән тармаҡтар аласаҡ. Улар йәмәғәт туҡланыуы, туризм, ҡунаҡханалар - барлығы 13 тармаҡ.
Шуны ла әйтеп үтеү урынлы булыр: район эшҡыуарҙары Айрат Әминев менән Ринат Рамазанов үҙҙәренең милкендәге булған Асҡар баҙары биләмәһендәге сауҙа нөктәләрен ҡуртымға алған эшҡыуарҙарҙан карантин осоронда ҡуртым хаҡы алынмауын белдерҙе. Был хаҡта улар эшҡыуарҙар менән үткән һөйләшеүҙә хәбәр итте.
.
Читайте нас: