+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Апрель 2020, 11:53

Коронавирус арҡаһында кредит каникулдары рөхсәт ителде

Дәүләт Думаһы ҡабул иткән законға ярашлы, коронавирус арҡаһында зыян күргән граждандар, кесе һәм урта бизнес субъекттары, шәхси эшҡыуарҙар түләнмәгән төп кредит суммаһына һәм кредит өсөн ҡуйылған проценттарҙы түләүгә каникул алыуға хоҡуҡлы.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Дәүләт Думаһы ҡабул иткән законға ярашлы, коронавирус арҡаһында зыян күргән граждандар, кесе һәм урта бизнес субъекттары, шәхси эшҡыуарҙар түләнмәгән төп кредит суммаһына һәм кредит өсөн ҡуйылған проценттарҙы түләүгә каникул алыуға хоҡуҡлы.
Кредит каникулы осоронда уларға пенялар һәм өҫтәмәләр иҫәпләргә, ваҡытынан алда түләүҙе талап итергә ярамай. Шул уҡ мәлдә заем алыусы булған кредитын ваҡытынан алдан тулыһынса ҡапларға хоҡуғы бар. Бындай каникул алты айға бирелә. Төп талаптарҙың береһе булып, кредит алыусының килеме үткән айҙағынан 30 процентҡа кәмегән осраҡта булыуы шарт. Кредит ойошмаһы ғариза биреүсенең мөрәжәғәтен биш көн эсендә ҡарарға тейеш.
Читайте нас: