-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Апрель 2020, 14:03

Ниндәй предприятиелар эш башланы

Башҡортостан хөкүмәте тулы изоляция режимында эшләгән предприятиелар исемлеген киңәйтеү тураһында ҡарар ҡабул итте. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан хөкүмәте тулы изоляция режимында эшләгән предприятиелар исемлеген киңәйтеү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Бөтәһе 974 предприятие эш башлай ала. Был ауыл хужалығы, орлоҡ менән тәьминәт, урман сәнәғәте, яғыулыҡ-энергетика комплексы, төҙөлөш ойошмалары, техник хеҙмәтләндереү предприятиелары һәм финанс-кредит ойошмаларына ҡағыла.
«Ошо ойошмаларҙың етәкселәренә хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн өҫтәмә яуаплылыҡ йөкмәтелә. Битлек кейеү, ҡулдарҙы йыуыу, температураны үлсәү, дезинфекция мотлаҡ. Һәр хеҙмәткәр йөрөү өсөн документ алырға тейеш», — тине Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров.
Читайте нас: