+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Апрель 2020, 13:30

Путин менән Хәбиров нимә хаҡында һөйләште?

Илдең иҡтисади тотороҡлоғо өсөн сәнәғәт предприятиелары өҙөклөктәрһеҙ эшләргә тейеш. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәр етәкселәре менән комиссия ултырышын үткәрҙе. Унда видеоконференция тәртибендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
– Мин һеҙҙән сәнәғәт предприятиелары, төбәк власы һәм холдингтарҙың үҙәк офистары, Хөкүмәт араһындағы бәйләнештең һәм эштең нисек ҡоролоуы тураһында асыҡтан-асыҡ ишеткем килә. Карантинға бәйле сикләүҙәр индерелгәндә был бәйләнеш нисек тормошҡа ашырыла? – тине Владимир Путин. – Беҙҙең ғәмәлдәр граждандарҙың именлеген һәм һаулығын тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Әммә улар һәр төбәктәге ысын хәлгә яраҡлы, баланслы булырға тейеш, бигерәк тә оборона-сәнәғәт комплексы кеүек система булдырған предприятиеларҙың тотороҡло эшен тәьмин итеүгә ҡағыла.
Радий Хәбиров оборона-сәнәғәт комплексы системаһына ингән 14 предприятиеның барыһы менән дә республиканың һөҙөмтәле эш итеүе тураһында белдерҙе. Уларҙың бөтәһе лә ял аҙнаһынан һуң эшен ҡайтанан башлаған, әммә ҡайһы берҙәрендә санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙең үтәлешен көсәйтергә кәрәк.
– Хөрмәтле Владимир Владимирович,һеҙгә Күмертау авиация предприятиеһы өсөн рәхмәт әйтергә теләйем. Уның тураһында мин һеҙгә һөйләгәйнем, – тине республика Башлығы. – Осрашыуҙан һуң хәлебеҙ ярайһы уҡ яҡшырҙы. Эш күләме байтаҡҡа артты. “Ростех” менән яңы ҡарарҙар таптыҡ. Предприятие бик яҡшы эшләй. Ике аҙна элек кенә унда булдым. Етештереү күләме буйынса быйылға күрһәткестәребеҙ һәйбәт.
Читайте нас: