+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Апрель 2020, 11:09

Сит илгә һатырға өйрәтәләр

“Экспорт форсажы” тип аталған был курстар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда экспортҡа йүнәлеш тотҡан предприятиеларҙа акселерация белеме программалары буйынса уҡытыу ойошторола. “Экспорт форсажы” тип аталған был курстар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
Ошо турала республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лена Изотова менән Рәсәй экспорт үҙәгендәге Экспорт мәктәбенең маркетинг буйынса директоры Артур Лященконың осрашыуында һөйләшеп килешелде.
“Экспорт форсажы” буйынса уҡыу бушлай. Башҡортостан ошо программа буйынса уҡытыу ойошторолған алты "пилот төбәге" исемлегенә индерелгән.
Читайте нас: