Пандемия арҡаһында иң ныҡ зыян күргән компаниялар үҙ хәҙмәткәрҙәренә түләү өсөн дәүләттән финанс ярҙам аласаҡ. Унан башҡа, предприятиеларҙың түбән процентлы кредиттары дәүләт гарантияһында буласаҡ. Эксперттар әйтеүенсә, бындай ҡарар күп компанияларҙы банкроттан ҡотҡарасаҡ, хеҙмәткәрҙәрен эшһеҙлеккә килтермәйәсәк һәм бизнесҡа кредиттар алыуға мөмкинлектәр тыуҙырасаҡ.