+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Апрель 2020, 10:10

Тауар ташыу ҙа субсидияланасаҡ

Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 27 апрелдән экспортҡа сығарыласаҡ тауарҙарҙы ташыуға бәйле транспорт сығымдарын ҡайтарыуға республика бюджетынан субсидия биреүгә ғаризалар ҡабул ителә башлаясаҡ.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт“ милли проекты сиктәрендә республикала былтырҙан “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” тѳбәк проекты ғәмәлгә ашырыла.
– Тышҡы факторҙар, коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәл иҫәпкә алып, программа Башҡортостандың иҡтисади тотороҡлолоғон күтәреү буйынса тәү саралар исемлегенә ингән. Шуға ла экспортерҙар контрагентҡа тауарҙы алып барыу ваҡытын боҙған ѳсѳн неустойканы түләү буйынса, шулай уҡ сик буйында транспорт сараларының торғаны ѳсѳн сығымдарҙы ла субсидияланған сығымдар иҫәбенә индерә ала, – тип аңлата ведомствоның матбуғат секретары Илгизәр Санъяров.
Программала 2019 йылдың 1ноябренән һуң үҙенең продукцияһын экспортҡа сығарған республика предриятиелары ҡатнаша ала.
Читайте нас: