Документҡа республика хөкүмәте яғынан беренсе вице-премьер Андрей Назаров, кредит ойошмаларынан биш банк - “Россельхозбанк”, “Уралсиб” банкы, “Открытие” финанс корпорацияһы, Һаҡлыҡ банкы һәм “Альфа-банк” вәкилдәре ҡул ҡуйҙы.
Меморандум әлеге хәлдәрҙе, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы шарттарында социаль-иҡтисади тотороҡлолоҡто тәьмин итеү өсөн оҙайлы һәм файҙалы хеҙмәттәшлек булдырыуға йүнәлтелгән. Документҡа ойошмаларҙың, физик шәхестәрҙең алдан алынған кредиттарын реструктуризациялау, рефинанслау юлы менән түләй алмау ҡурҡынысын кәметеү, ҡыҫҡа һәм оҙайлы ваҡытҡа кредитлау системаһын (шул иҫәптән иҡтисадтың реаль секторын да) үҫтереү саралары инде. Меморандум торлаҡ төҙөлөшөн финанслау (шул иҫәптән проектлы финанслауҙы ла файҙаланып), республикаға шәхси инвестициялар йәлеп итеү буйынса берҙәм сараларҙы тормошҡа ашырыуға нигеҙ буласаҡ.