+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Апрель 2020, 11:35

Эшҡыуарҙар мәнфәғәтендә

“Минең бизнесым” үҙәге “Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙары ассоциацияһы” ойошмаһы менән берлектә ойошторған #марафонполезности тип аталған акция дауам итә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Акцияның мәғәнәһе шунда: көн һайын бизнес-йәмәғәтселек вәкилдәре аныҡ ваҡыт режимында эшҡыуарҙарҙы ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға яуап бирә.
– Марафон март аҙағында башланғайны, ул апрель буйы дауам итәсәк. Көн һайын "Инстаграм"да тура эфирҙа бизнес хужалары һәм белгестәр үҙ белемдәре һәм тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Ҡаралған темалар төрлө: “Көрсөк ваҡытында нисек эшләргә?”, “Пандемия осоронда яңы закондар”, “ИП йәки үҙмәшғүллекме?” һәм башҡалар, – ти “Минең бизнесым” үҙәге етәксеһе Айгөл Хәбибрахманова.
– Көн һайын беҙҙең 8(347)224-99-99 телефоны аша бик күп һорауҙар килә, һәр береһен шәхсән ҡарайбыҙ. Беҙ башлыса коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе сәбәпле күрелгән саралар һәм эшлекле әүҙемлек һүлпәнәйеү арҡаһында бизнесҡа күрһәтелгән дәүләт ярҙамы юлдары тураһында һөйләйбеҙ. Улар араһында дәүләт милке өсөн ҡуртым түләүенән азат итеү, һалым түләүҙе кисектереү, кредит каникулдары һәм башҡалар бар. Беҙ һәр ваҡыт эшҡыуарҙар менән бәйләнештә, беҙҙең "ҡыҙыу бәйләнеш" ялһыҙ эшләй, – ти Айгөл Хәбибрахманова.
Ойошма етәксеһе белдереүенсә, көн һайын тиерлек норматив-хоҡуҡи акттар яңырып тора, шуға күрә уларға һығылмалы булырға һәм заманға яраҡлашып эшләргә кәрәк.
Читайте нас: