+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Апрель 2020, 10:45

Ипотека – йылына 6,5 процент менән

Рәсәй президенты Владимир Путин хөкүмәткә 1 майға тиклем йылына 6,5% менән льготалы ипотека программаһын раҫларға ҡушҡаны.#ВладимирПутин

Бөгөн был программаны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе М. Мишустиндың раҫлауы тураһында билдәле булды. Ошо программа сиктәрендә 2020 йылдың 1 ноябренә тиклем төбәктәрҙә 3 миллион һумға тиклем беренсел торлаҡ һатып алыу өсөн льготалы ставка буйынса ипотека кредиттары бирелә.
Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, шулай уҡ Мәскәү һәм Ленинград өлкәләрендә ипотека кредитының суммаһы 8 миллион һумға тиклем арттырылды.
Бынан тыш, Владимир Путин 20 майға хәтлем төҙөлөштө коронавирустан айырыуса ныҡ зыян күргән тармаҡтар исемлегенә индереү тураһында мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.
Шулай уҡ Рәсәй президенты 1 майға тиклем төҙөүселәргә стандарт торлаҡ һатып алыу өсөн 50 милилард һум күләмендә «Дом.РФ» йәмғиәтенә дәүләт гарантиялары тапшырырға ҡушты.
Читайте нас: