+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Апрель 2020, 11:15

Лимондар ниңә улай ҡыйбат?

Федераль антимонополия хеҙмәте лимондарға хаҡ арттырыу осраҡтарын тикшерәсәк.

«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектына ярашлы, сит илдәрҙән килтерелгән тауарҙарҙың хаҡы ла күҙәтеү аҫтында тотола. Тик һуңғы арала пандемияға бәйле, бөтә сауҙа нөктәләрендә лимонға хаҡ артыуы күҙәтелә. Ҡайһы бер магазиндарҙа уның килоһы 400 һумға барып етә! Бындай хәлдең сәбәптәрен асыҡлау буйынса бөтә тауар ташыусыларҙы тикшерәсәктәр. Май уртаһына тиклем хаҡтар тотороҡланасаҡ, тип вәғәҙәләй антимонополия хеҙмәте.
Читайте нас: