- Һатып алынған 16 берәмек яңы техника һәм ҡорамал, йәғни14 трактор һәм ике ағас ултыртыу машинаһы, урман хужалыҡтарында йәшел ҡалҡанды тергеҙеү һәм үҫтереү сараларын ойоштороуға тәғәйенләнгән. Шулай уҡ Урман янғыны үҙәгенең техника паркы ике автоцистерна, бер янғын һүндереү тракторы, ҡеүәтле “Егерь 2” автомобиле һәм бер йѳк транспорты менән тулыланды. Яңы кѳстәр урман фондында килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәр менән кѳрәшергә ярҙам итәсәк, - тип белдерҙе Марат Шәрәфетдинов.
Әйткәндәй, быйыл Урман хужалығы министрлығы Янғын һүндереү үҙәген техника менән тәьмин итеүҙе 91,7 процентҡа тиклем еткереү бурысын ҡуя, ә 2024 йылға 100 процентҡа еткерәсәктәр.