+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Май 2020, 10:55

"Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты буйынса

Ағасты ҡырҡыу һәм уны тулыһынса кире тергеҙеп барыуҙы күҙ уңында тотҡан был федераль проектта Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ла әүҙем ҡатнаша. #национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ағасты ҡырҡыу һәм уны тулыһынса кире тергеҙеп барыуҙы күҙ уңында тотҡан был федераль проектта Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ла әүҙем ҡатнаша. "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты буйынса 151 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған, уның 38,74 миллиард һумы бюджет-ара трансферт. Башҡортостанда төбәк проектын тормошҡа ашырыуға 2024 йылға тиклем 2,2 миллиард һум күләмендә аҡса һалынасаҡ, шул иҫәптән 0,9 миллиард һум федераль бюджеттан киләсәк, ә ҡалған 1,3 миллиард һум бюджеттан тыш саралар иҫәбенә тәьмин ителәсәк.
Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, 2024 йылға тиклем төбәк проектын тәьмин итеүгә 2,2 миллиард һум һалынасаҡ, уның 923 миллион һумы бюджет аҡсалары булһа, ҡалған саралар бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан йәлеп ителергә тейеш. Былтыр йәлеп ителгән аҡсалар буйынса республика Волга буйы федераль округында - беренсе, Рәсәй буйынса алтынсы урында торһа, быйыл иһә ил буйынса икенсе баҫҡысҡа күтәрелгәндәр.
Читайте нас: