+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Май 2020, 10:25

Ҡарлыман продукцияһы сит илдәргә оҙатыласаҡ

Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтө Азия һәм ғәрәп илдәре баҙарҙарына сығарыласаҡ.#национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда Ҡарлыман һөт-консерва комбинаты етештереү даирәһен киңәйтергә йыйына. Башҡортостан Хөкүмәтендәге «Инвестиция сәғәте»ндә республикала ҡуйыртылған һөт етештергән берҙән-бер предприятиеның үҫеш концепцияһы ҡаралды.
Производствоны бер нисә йүнәлеш буйынса киңәйтеү күҙ уңында тотола. Стерилләү һыҙаты була, ҡалай банкалар етештереү асыла, шулай уҡ 1 200 һыйырға һөт фермаһы ойошторола.
Инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу сеймал эшкәртеү күләмен тәүлегенә 150 тоннаға тиклем арттырырға, сығарылған продукцияның ассортиментын киңәйтергә мөмкинлек бирә. Инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 953 миллион һум тәшкил итә.
Шәкәрһеҙ ҡуйыртылған һөт етештереүҙе үҙләштереү Азия һәм ғәрәп илдәре баҙарҙарына сығырға мөмкинлек бирергә тейеш, тип билдәләне комбинат директоры Александр Кулимбетов. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә бер генә завод ошондай продукция әҙерләү менән шөғөлләнә.
Читайте нас: