-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Май 2020, 13:11

Льготалылар һанын арттырыу тәҡдиме

РФ Төҙөлөш министрлығы илдә коммуналь түләүҙәрҙең ғаилә килеменең 15 процент өлөшөнә тиклем төшөрөүҙе тәҡдим итә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

РФ Төҙөлөш министрлығы илдә коммуналь түләүҙәрҙең ғаилә килеменең 15 процент өлөшөнә тиклем төшөрөүҙе тәҡдим итә.
Был сара льготалылар исемлеген киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көндә 58 төбәктә ғаилә килеменең коммуналь түләмдәр өлөшө 22 процент, 24 төбәктә – 15-тән 21 процентҡа тиклем һәм бары тик өс төбәктә 15 проценттан кәмерәк булыуы билдәле. Әгәрҙә ошондай үҙгәрештәр ҡабул ителһә илдә тағы ла 1 миллион тирәһе ғаилә торлаҡ –коммуналь хеҙмәттәр буйынса субсидия алырға хоҡуҡлы буласаҡ. Былтыр бындай субсидияны 3 миллион ғаилә алған. Инициатива авторҙары фекеренсә, ошолай итеп торлаҡ – коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүсе компанияларҙың эш сифатына ыңғай йоғонто яһап, финанс хәлен тотороҡландырып була.
Читайте нас: