-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Май 2020, 11:05

Торлаҡ кредиттарын түләүгә ярҙам

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға һәм ошондай балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә булған ғаиләләргә ипотека буйынса проценттарҙы түләү өсөн 100 мең һумға тиклем аҡса бирелә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда ишле ғаиләләр, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, инвалидтар, яңғыҙ ата-әсәләр, шулай уҡ 2020 йылдың 15 мартынан 1 июненә тиклем эшен юғалтҡан граждандар ошондай мөмкинлек менән файҙалана ала. Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары «Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи мәғлүмәте» сайтында баҫылған.
Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин һүҙҙәренсә, бындай субсидия 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2020 йылдың 1 апреленә тиклем кредит алған заемсыларға бирелә. Субсидия биреү ваҡыты – 2020 йылдың 1 апреленән 2020 йылдың 31 декабренә хәтлем.
Бер ҡатнашыусыға субсидияның дөйөм күләме 100 мең һумдан артмаҫҡа тейеш.
Был осраҡта 18 йәшкә ҡәҙәр йә иһә көндөҙгө бүлектә белем алған 23 йәшкәсә ҡыҙҙар-малайҙар бала тип иҫәпләнә. Субсидия юллау өсөн әле үк кредит алған банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Кредит ойошмаһы ике ай эсендә Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ программаларын ғәмәлгә ашырыу идаралығы менән сығымдарҙы ҡаплау буйынса уртаҡ ғәмәлдәр тураһында килешеү төҙөй.
Кредит ойошмаһы менән килешеү төҙөү хаҡында мәғлүмәт ведомствоның рәсми сайтьына урынлаштырыла.
Белешмәләр өсөн телефон:+7(347) 218-17-49, +7(347)218-17-42, +7(347) 218-17-43, +7(347) 218-17-45.
Читайте нас: