+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Май 2020, 21:35

Йүнселдәргә ярҙам буласаҡ

Бөгөн республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов онлайн брифинг үткәрҙе. Министр белдереүенсә, Башҡортостанда иҡтисадҡа ярҙам итеү сараларының икенсе өлөшө әҙер. Ул был ярҙамдың ниндәй ойошмаларҙың ниндәй күләмдә аласағын белдерҙе.

Бөгөн республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов онлайн брифинг үткәрҙе. Министр белдереүенсә, Башҡортостанда иҡтисадҡа ярҙам итеү сараларының икенсе өлөшө әҙер. Ул был ярҙамдың ниндәй ойошмаларҙың ниндәй күләмдә аласағын белдерҙе.

Коронавирустан зыян күргән тармаҡтар байтаҡ. Республика был йәһәттән эшҡыуарҙарға һәм предприятиеларға ярҙам итеү буйынса күп эш башҡара. Ярҙамдың беренсе өлөшөн алдылар ҙа инде.

Рөстәм Моратов белдереүенсә, барлығы 26 мең ойошма һәм эшҡыуар ярҙам аласаҡ. Икенсе өлөшкә бөтәһе 38 сара ингән. Уларҙың төп өс йүнәлеше бар. Беренсеһе – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам, икенсеһе – иҡтисадтың реаль секторының өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү, өсөнсөһө – инфраструктура һәм республиканың йәшәйешен тәьмин итеү.

Эшҡыуарлыҡта коронавирустан зыян күргән тармаҡтар исемлеге киңәйтелгән. Ярҙамдың беренсе өлөшөнә 16 эшмәкәрлек инеп, уға 12 мең бәләкәй һәм урта бизнес субъекты хоҡуҡлы ине. Федераль кимәлдә тағы 18 төр эшмәкәрлек өҫтәлде. Хәҙер республиканың 26 мең ойошма һәм предприятиеһы ярҙам аласаҡ.

Икенсе өлөштө әҙерләгән саҡта 27 эшмәкәрлек төрөнә һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы һәм алынған килемгә дөйөм һалым буйынса ставканы түбәнәйтеү ҡарары ҡабул ителгән. Хәҙер төбәк кимәлендә төрлө ярҙамды 54 мең субъект аласаҡ.

Һалымдарға ташламалар буйынса ла байтаҡ ярҙам саралары ҡаралған. Мәҫәлән, һалым һалыуҙың патент системаһы буйынса түләүҙәр күләме икеләтә кәметеләсәк. Был ярҙамды алты мең эшҡыуар аласаҡ. Һалым базаһы кадастр хаҡы булараҡ билдәләнгән күсемһеҙ милек объекттарына ҡарата мөлкәткә һалым ике тапҡырға кәметеләсәк. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттарына ағымдағы сығымдарҙы кәметеү өсөн 2020 йылда дәүләт милкендә булған ҡуртымға алынған мөлкәт өсөн кисектерелгән түләү ваҡыты индерелә.

Рөстәм Моратов республиканың Ситуация үҙәге эшмәкәрлеге тураһында ла әйтте. Был көрсөккә ҡаршы штаб эш башлау менән барлығы 16 мең самаһы мөрәжәғәт килгән. Төбәк кимәлендә генә бизнесҡа 3,2 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.

Көндәлек ҡулланыу тауарҙары етештереүҙе үҙләштергән сәнәғәт секторына Башҡортостандың сәнәғәтте үҫтереү фонды йүнәлеше буйынса кредит ярҙамы булараҡ 116 миллион һум йүнәлтелгән. Был тәү сиратта дезинфекция һәм һаҡлау саралары етештергән предприятиеларға ҡағылды. Йыл аҙағына тиклем ошондай ярҙам күләме 450 миллион һум тәшкил итәсәк.

Бынан тыш, урман сәнәғәте предприятиеларына ҡорамалдар алыу өсөн 40 миллион һумлыҡ, еңел сәнәғәт предприятиеларына 158 миллион һумлыҡ субсидиялар ҡаралған.

Ауыл хужалығы тармағына техника алыу маҡсатында 316 миллион һумлыҡ субсидияға 172 предприятие эйә булған. Яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас, минераль ашлама алыу өсөн компенсация сифатында тармаҡҡа тағы 480 миллион һум аҡса киләсәк. Ә сентябрь-ноябрь айҙарында ит малы һәм тоҡомло инә мал алыуға 345 миллион һум биреү ҡаралған.

Май аҙағына тиклем беҙ Һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә электрон хеҙмәт булдырырға планлаштырабыҙ. Унда һәр эшҡыуарға шәхси ярҙам саралары алыу мөмкинлеге асыласаҡ", – тине Рөстәм Моратов.

Министр белдереүенсә, бөтә саралар ҙа халыҡтың мәшғүллеген һаҡлау өсөн эшләнә. Предприятиелар ярҙам алыр өсөн эшселәр һанын һаҡлап ҡалырға тейеш.

"Башҡортостан" гәзите сайтынан.

Читайте нас: