-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Май 2020, 13:00

Иҡтисадты тергеҙеү планы әҙер

Ил хөкүмәте әҙерләгән план өс этаптан тора.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ил хөкүмәте әҙерләгән план өс этаптан тора.
Уға ярашлы, иҡтисадты тулыһынса асыу санитар-эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, тик 2021 йылдың икенсе яртыһында ғына буласаҡ.
Хөкүмәт 2021 йылдың аҙағына тиклем коронавирус һәм пандемиянан һуң әкренләп иҡтисадты, Рәсәй халҡының килемен һәм мәшғүллеген тергеҙергә планлаштыра, тип хәбәр итә «Интерфакс» агентлығы.
Тәүге этап– адаптация. Маҡсаты, планға ярашлы 2020 йылдың өсөнсө кварталы аҙағына тиклем дауам итәсәк, — иң ныҡ зыян күргән тармаҡтарҙы тотороҡландырыу һәм башҡа тармаҡтарҙы рецессия хәленә еткермәү.
Икенсе этап– тергеҙеү стадияһы, 2021 йылдың икенсе кварталы аҙағына тиклем дауам итә. Иҡтисадты тотороҡло үҫеш траекторияһына сығарыу, эшһеҙлек кимәлен кәметеү, кешеләрҙең айлыҡ аҡсалата килемен 2019 йылға ҡарата 98% кимәленә еткереү.
Өсөнсө этап–әүҙем үҫеш стадияһы, 2021 йылдың өсөнсө һәм дүртенсе кварталына тиклем дауам итә. Уның маҡсаты — иҡтисади үҫештең юғары темптарын тәьмин итеү, донъя кимәленә еткереү.
Читайте нас: