+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май 2020, 12:40

Иң тәмле милли ризыҡ — Йәркәевтарҙа

Район үҙәгендә үткән йәрминкәләрҙә, милли аш-һыу күргәҙмәләре менән ойошторолған төрлө кимәлдәге сараларҙа һуңғы ваҡытта оҙаҡ йылдар мәғариф системаһында эшләгән ирле-ҡатынлы Йәркәевтарҙың һатыу итеүен берәүҙәр ҡыҙыҡһынып күҙәтһә, икенселәр сәйерһенеп ҡараны.

Тормошобоҙҙа килеп тыуған кәртә-ҡытыршылыҡтарҙы заман ауырлыҡтарына япһарырға күнегеп киттек. Шулай ҙа осраған ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығып, артабан тағы ла матурыраҡ йәшәргә, тормоштарын биҙәргә һәләтле кешеләрҙең арабыҙҙа булыуы киләсәккә өмөт уята. Күңелдәренә ятышлы шөғөл менән булышып, унан ләззәт алыуҙан донъялары түңәрәк, күңелдәре һил ундайҙарҙың.

Район үҙәгендә үткән йәрминкәләрҙә, милли аш-һыу күргәҙмәләре менән ойошторолған төрлө кимәлдәге сараларҙа һуңғы ваҡытта оҙаҡ йылдар мәғариф системаһында эшләгән ирле-ҡатынлы Йәркәевтарҙың һатыу итеүен берәүҙәр ҡыҙыҡһынып күҙәтһә, икенселәр сәйерһенеп ҡараны.

— Эш башлаған осорҙа сауҙа итеп тороуы үҙебеҙгә оят кеүек ине, — тиҙәр улар тәүге мәлдәрен хәтерләп. — Тора-бара өйрәнәһең икән ул...

Ҡайҙандыр алып, хаҡын икеләтә арттырып һатыу менән шөғөлләнгәндә, бәлки уңайһыҙҙыр ҙа. Ә хәләл көсөңдө түгеп, үҙ ҡулың менән етештергән продукцияңды тәҡдим иткәндә оялырға түгел, ғорурланырға кәрәк. Өҫтәүенә, сифаты өсөн дә үҙең яуап бирәһең бит. Ошондай булдыҡлы кешеләрҙән өлгө алыу беребеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине.

Йәркәевтарҙың продукцияһы бөгөн үҙебеҙҙә генә түгел, Магнитогорск, Өфө ҡалаларында, яҡын-тирә ауыл-райондарҙа киң билдәлелек ала бара.

— Балыҡты, итте ыҫлап әҙерләү менән элек-электән шөғөлләндем. Ғәҙәттә, үҙебеҙ өсөн эшләнем, туғандарҙың, дуҫтарҙың заказдарын үтәй торғайным, — ти Айҙар Мөнир улы. —Ике йыл элек бер юлы күберәк продукцияны эҫе килеш ыҫлауға иҫәпләнгән ҡорамал эшләп алып, ҙурыраҡ күләмдә етештереүгә ихласлап тотондом. Эш йәнләнеп китте, продукцияма заказ биреүселәр күбәйҙе.

Үҙҙәренең ихатаһында үҫтерелгән тауыҡ, ҡаҙ, өйрәкте ыҫлап һатыуға сығаралар Йәркәевтар. Шулай уҡ ыҫланған балыҡ, йылҡы ите, ҡаҙы ла ҡулланыусылар араһында ҙур һорау менән файҙалана. Йорт ҡуяндары аҫыраусы берәү ҡуян итен даими ыҫлатып ала икән. Бешереп-ыҫлап яһалған колбасаны ла яратып алалар.

— Беҙҙең продукцияны күберәк күстәнәскә, тантаналарға алалар, вахта ысулы менән эшкә йөрөгәндәр юлға итте ыҫлатып алыуҙы хуп күрә. Яңы йыл алдынан ҡаҙ шәп үтә. Ыҫланған йылҡы ите менән ҡаҙыға һорау ҙур. Белеүегеҙсә, һыуытҡыстар булмаған замандарҙа тиҙ боҙолған ризыҡты ыҫлап, ҡаҡлап, тоҙлап һаҡлағандар. Ғәҙәттә, беҙҙең ризыҡты бер тәмләп ҡарағандар даими ҡулланыусыбыҙға әйләнә, — тиҙәр булдыҡлы хужалар.

Шәхси хужалыҡ нигеҙендә эш алып барған Йәркәевтарҙың эшмәкәр-лек даирәһе киңәйгәндән-киңәйә бара тип әйтергә мөмкин. Милли ризыҡтарҙан ҡуйылған күргәҙмәләргә йыш йөрөгәс, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек итеп, башҡа төр аш-һыуын да хәстәрләргә кәрәк. Гөлшат Роберт ҡыҙы хәҙер оҫта буҙа ҡойоусы булараҡ та танылыу яулаған.

— Ауыл биләмәһе башлығы булып эшләгән ваҡытта төрлө сараларға күп йөрөлдө. Шулай, Магнитогорск ҡалаһына тирмә менән барғанда, милли ризыҡты үҙемә әҙерләргә тура килде. Ҡурҡҡан эш хәйерле була тигәндәй, тәүгә ҡойһам да, буҙам уңды: ҡунаҡтар яратып эсте. Шул мәлдән буҙа ҡоям һәм был шөғөлөм бөгөн бик ярап ҡалды, — ти ул.

Күргәҙмәләргә милли ризыҡтарҙың төрлөһөн алып барырға тырышалар: аҡ, һары, төрлө емеш-еләк ҡушылған май-ҡаймаҡтан тыш, аҡ һәм ҡыҙыл эремсеген, төрлөсә эшләнгән ҡоротон, тултырмаһын... Быларҙы эшләү өсөн үҙеңдең ихатаңда мал-тыуарың булыуы мөһим. Йәркәевтар һыйыр малы ла тота, иртә яҙҙан тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ себештәрен күпләп алып үҫтерә.

Ҡош-ҡортто тәрбиәләүҙә, башҡа эштәрҙә лә ғаиләгә Гөлшаттың әсәһе төп ярҙамсы-кәңәшсеһе. Әйткәндәй, 75 йәшен теүәлләүгә ҡарамаҫтан Зифа Әсғәт ҡыҙы үҙе әле лә өс һыйыр тота.

Гөлшат Роберт ҡыҙының тегеүгә оҫталығы тағы бер эш йүнәлешен булдырырға мөмкинлек биргән.

— Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ирек Мусин уҙған көҙ Өфөлә республиканың юбилейына арналған сарала ҡатнашырға тәҡдим итте. Милли аш-һыу менән барғас, мотлаҡ милли кейемдә булырға тейешһегеҙ, тигән талап та ҡуйылды, — тип һөйләй Гөлшат. — Район мәҙәниәт йортонан кейемдәр барып алдым. Айҙарға алған бүрек шул тиклем иҫке булып сыҡты. Иң элек кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар, тигән әйтем бар бит. Өфөгә күрекһеҙ бүрек кейеп барыуы уңайһыҙ булыр тип, шул төндә ултырып уға бүрек тектем.

Был сараға ыҫланған продукцияларын алып барып, баш ҡала халҡына тәмләтеп һәм һатып, аҡса эшләп ҡайталар. Хатта берәүҙең Айҙар Мөнир улы кейгән бүреккә күҙе төшөп, ныҡышып, һатып ала.

Бынан һуң күп тә тормай, Асҡарҙа буласаҡ Республика көнөнә саҡырыу алыу менән яңы бүрек тегергә тура килгән, әйткәндәй, уныһын да байрам көндө һатып алыусы табылған. Хәҙер инде заказ буйынса бүректәр тегә Гөлшат Роберт ҡыҙы. Уның әйтеүенсә, берәүҙәр ҡойроҡло итеп тегеүен һораһа, икенселәр — үҙ һыҙмаһы буйынса. Ул ғына ла түгел, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн милли күлдәк-камзулдар ҙа тегә оҫта ҡуллы ҡатын.

— Өләсәйем Ғәлимә Юлдашева ғүмере ахырынаса ауыл ҡатындарына күлдәктәр, кәзәкейҙәр текте. Уның нисек итеп тауарҙы бесеүе, тегеүе хәтеремдә мәңгелеккә уйылып ҡалған, — ти ул. — Кешенең буй-һынының үлсәмен алып тормайым, кәүҙәһенә ҡарап ҡына тегәм дә бирәм, ошоға тиклем берәүҙең дә оҡшатмай, кире ҡайтарғаны булманы.

Мәктәпте тамамлаған Гөлшат тегенсегә уҡырға барырға була. Тик әсәһе, «тегенеү яратҡан шөғөлөң булыр», тип башҡа һөнәр алырға кәңәш итә. Һәм ҡыҙ Башҡорт ауыл хужалығы институты студенты булып китә. Нәҡ ошонда үҙенең буласаҡ тормош иптәшен, Салауат районы егетен осрата ла инде.

Дүртенсе курста өйләнешкән йәштәр юғары белем тураһындағы диплом менән бергә тәүге сабыйҙарын да күтәреп ҡайтып төшә Әбйәлилгә. Ветеринар белемле Йәркәевтар яҙмыш ҡушыуы буйынса мәктәпкә эшкә урынлашҡас, икәүләп Магнитогорск пединститутын ситтән тороп тамамлай.

Ҡасандыр аграр уҡыу йортонда алған һөнәрҙәренең күп йылдар үткәндән һуң, бөгөн кәрәге тейгән. Хәҙерге талаптар буйынса продукцияның «Меркурий» системаһы аша үтеүе улар өсөн бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай. Сөнки студент осоронда Айҙар ветеринар-санитар экспертиза үткәреүсе ойошмала эшләгән. Гөлшаттың ит комбинатының колбаса етештереү цехында практика үткәндә эстәгән белеменең дә бөгөнгө эштәрендә файҙаһы ҙур.

Шуны ла әйтеп үтеү кәрәктер, Йәрәкәевтарҙың кәсептәре — күңел талабы. Ғәмәлдә иһә Гөлшат Роберт ҡыҙының да, Айҙар Мөнир улының да рәсми эш урындары бар. Булдыҡлы ир менән ҡатын һәр ерҙә өлгөрә.

Өлгөлө ғаилә булараҡ та ауылдаштары араһында ихтирамға лайыҡ Йәр-кәевтар бер ҡыҙ һәм ике улға ғүмер биргән. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлап, иҡтисадсы, юрист һөнәрҙәренә эйә ҡыҙҙары Гөлназ — район хакимиәтендә белгес. Шулай уҡ юғары белемле Руслан Өфө предприятиеларының береһендә инженер-механик вазифаһында. Ата-әсәгә хужалыҡта төп ярҙамсы булған кинйәләре Арсен 9-сы класты тамамлай.

Йәркәевтар кәсеп итеү менән генә йәшәмәй, ауылдың йәмәғәт тормошонда бик әүҙем. Таштимер клубы янындағы үҙешмәкәрлек клубы ағзалары булған Йәркәевтар ауылдаштары менән бергәләп концерттарҙа ҡатнаша, уларҙың сығыштарын күрше-тирә ауылдар халҡы ла һағынып көтөп ала. Таштимерҙең ир-егеттәр ансамбле «Йырсы ауыл» бәйгеһенең район кимәлендә еңеү яулап, Өфө сәхнәһендә сығыш яһау бәхетенә ирештеләр. Үҙҙәренең әртистәренә сәхнә кейемдәрен дә нигеҙҙә Гөлшат үҙе тегә.

Ҡыҫҡаһы, бер минут та буш тормай, һәр эштән кинәнес табып йәшәй Йәркәевтар.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: