+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май 2020, 10:45

Кэшбек бик шәп булмаҡсы

«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә республиканың экспорт йүнәлешле предприятиеларына финанс ярҙамының яңы төрө булған «экспорт кэшбегы» эшләй башлай.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указын тормошҡа ашырыусы «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә республиканың экспорт йүнәлешле предприятиеларына финанс ярҙамының яңы төрө булған «экспорт кэшбегы» эшләй башлай.
Тышҡы иҡтисади элемтәләр буйынса дәүләт комитеты башлығы Маргарита Болычева әйтеүенсә, башҡарылған экспорт контрактының 10 проценты күләмендәге грант тураһында һүҙ бара.
"Әлеге ярҙам инструменты республиканың иҡтисади тотороҡлолоғын арттырыу буйынса сараларҙың икенсе пакетына инәсәк", - ти ул.
"Экспорт кэшбегы" буйынса грант күләме иң күбе 3 миллион һумға етәсәк. Аҡсаны яңы илдә баҙарҙы үҙләштереү йәки яңы төр тауарҙы экспортҡа сығарыуҙы күҙ уңында тотҡан килешеүҙәр буйынса кире ҡайтарасаҡтар.
Читайте нас: