+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Май 2020, 17:04

Эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләме арта

Владимир Путин хеҙмәт баҙарындағы хәлдәр тураһында фекер алышыуҙа ошо турала белдерҙе. #ВладимирПутин

Владимир Путин хеҙмәт баҙарындағы хәлдәр тураһында фекер алышыуҙа ошо турала белдерҙе.
Эшһеҙ ҡалғандарҙың алдағы айҙарҙағы килемен раҫлай алмауына ҡарамаҫтан, пособиеның минималь күләмен өс тапҡырға күтәрергә ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт иткән граждандарҙың ҡайһы берҙәре килемен раҫлай алмай, йә стажы аҙ, йәки рәсми рәүештә эшкә урынлашмаған. Ошоға бәйле түләмдәр бик аҙ- 1500 һум ғына. Шуға күрә, хөкүмәткә был пособиены 1 майҙан 1 авгусҡа тиклем өс тапҡырға арттырып, 4,5 меңгә еткерергә тәҡдим ителде.
Читайте нас: