+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Май 2020, 11:35

“Ҡарарҙың дөрөҫлөгөнә иманым камил”

26 – 29 майҙа үткән һәм бизнес-проекттарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән Эшҡыуарлыҡ аҙналығы нигеҙендә ойошторолған “Милли талаптар: көрсөктө һөҙөмтәле төбәк практикалары аша еңеү” Бөтә Рәсәй онлайн-конференцияһында ҡатнашыусыларға Башҡортостан Башлығы мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Радий Хәбиров конференцияларҙа ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле эш һәм көрсөккә ҡаршы сараларҙы тормошҡа ашырған, шул иҫәптән эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашҡан өсөн рәхмәт белдерҙе.
"Беҙ иҡтисадтың зыян күргән тармаҡтарына, айырыуса бәләкәй бизнесҡа ярҙам итергә кәрәклеген аңлай инек. Иҡтисадтың тотороҡло эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса Көрсөккә ҡаршы штаб һәм Хәл-шарттар үҙәге ойошторолдо. Республика Хөкүмәте федераль сараларға өҫтәп, үҙебеҙҙең, төбәк ярҙам сараларын да әҙерләне, – тине төбәк башлығы. – Бөтә бәләкәй һәм уртаса предприятиеларҙың яртыһы республиканан ярҙам алды, тип әйтә алам. Улар иҫәбендә – 70-кә яҡын йүнәлеш буйынса эшләгән 55 мең самаһы ойошма һәм шәхси эшҡыуар".
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, бюджет системаһына ғәйәт ҙур баҫым яһалыуға ҡарамаҫтан, төбәктә Адреслы республика инвестиция программаһына һәм милли проекттарға ярашлы объекттар төҙөүҙе дауам иттеләр. Шул уҡ ваҡытта республикала бәләкәй һәм уртаса предприятиелар һаны кәмемәне, киреһенсә, артты, ә бөлгөнлөккә төшкәндәр күләме былтырғыға ҡарағанда сирек өлөшкә ҡыҫҡарҙы.
"Тәү сираттағы сараларҙы тормошҡа ашырыуға 30 миллиард һум самаһы йүнәлтәсәкбеҙ. Иҡтисадты үҫтереүгә бындай аҡса һис ҡасан да бүленгәне булманы, – тине Радий Хәбиров. – Көрсөк шарттарында беҙ “иҫән ҡалыу бюджеты”нан “үҫеш бюджеты”на күсәбеҙ. Әйтергә кәрәк – был беҙгә еңел бирелмәне. Ҡайһы бер проекттарҙы кисектереп торорға, сығымды ҡулайлаштырырға тура килде. Әммә бындай ҡарарҙың дөрөҫлөгөнә иманым камил".
Читайте нас: