-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Май 2020, 11:50

Башҡортостан – иң йәшел төбәк

Рәсәйҙең Европа өлөшөндә урынлашҡан төбәктәре араһында Башҡортостан иң йәшеле һәм таҙаһы тип танылған.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан.

Йүкә урмандары буйынса илдә беренсе урындабыҙ – улар бер миллион гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Былтыр Волга буйы федераль округында урманды яһалма ысул менән тергеҙеү буйынса республика беренсе урын алған: был күрһәткес илдә 25 процентҡа тиң булһа, беҙҙә ике тапҡырға күберәк.
Башҡортостандың урман фонды ерҙәре майҙаны ла тотороҡло килеш һаҡлана, йәғни ул 5,7 миллион гектарға тиң, шуның 39,9 проценты – ағаслыҡ. 2018 йыл менән сағыш­тырғанда, былтыр ағас һаҡламы 15 миллион кубометрға артып, 785,2 миллион кубометр тәшкил иткән.
“Экология” милли проекты сиктә­рендә федераль кимәлдә “Урман­дарҙы һаҡлау” проекты бойомға ашырыла. Унда Башҡортостан урман хужалығы министрлығы әүҙем ҡатнаша. Проекттың төп маҡсаты – күпме ағас ҡырҡһаң, шунса тергеҙ, ул 2019–2024 йылдарға иҫәпләнгән.
“Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектына ярашлы, былтыр урман тергеҙеүгә һәм махсус техника һатып алыуға республикаға 198,2 миллион һум аҡса бүленгән, шуның 83 миллион һумы – ағас тергеҙеү сараларына, 115,2 миллион һумы матди-техник базаны яңыртыуға йүнәлтелгән. Урман тергеҙеү бурысын атҡарған дәүләт учреждениелары әлегә махсус техника һәм ҡорамал менән 30 процентҡа тәьмин ителгән.
Дөйөм алғанда, “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн биш йыл дауамында 2,2 миллиард һум сарыф итеү ҡаралған.
Читайте нас: