“Демография” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылыуы ихтимал булған был проект йорт хужабикәләренә минималь эш хаҡы күләмендә пособие түләү мөмкинлеген күҙ уңында тота. Был матди ярҙамды алыр өсөн улар бәлиғ булмаған балаларҙы, ярҙамға мохтажлыҡ кисергән оло йәштәгеләрҙе тәрбиәләргә, шулай уҡ улар өсөн ашарға әҙерләргә, башҡа хужалыҡ эштәре алып барырға тейеш. Пособиеға ғаиләнең бер ағзаһы ғына дәғүә итә ала.