Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Июнь 2020, 11:33

Һатыусыһы ла, алыусыһы ла күп...

Вирус арҡаһында баҙар эшмәкәрлеге бер аҙ туҡтап торғандан һуң, сауҙа эштәренә рөхсәт бирелгәс, баҙар хәҙер гөрләй.

Вирус арҡаһында баҙар эшмәкәрлеге бер аҙ туҡтап торғандан һуң, сауҙа эштәренә рөхсәт бирелгәс, баҙар хәҙер гөрләй. Был аңлашыла ла, сөнки район халҡы яҙ етеү менән күпләп себеш-бәпкәләр, йәшелсә-еләк үҫентеләре алырға баҙарға ашыға. Ауыл тормошон ҡош-ҡортһоҙ, баҡсаһыҙ күҙ алдына килтереп булмай шул.
Асҡар баҙарына яҡынлашыу менән сипылдашҡан себеш-бәпкәләр тауышы ҡолаҡҡа салына. Ниндәй генә тоҡомло, ниндәй генә ҙурлыҡта ҡош-ҡорт юҡ бында! Аҡсаңа, теләгеңә ҡарап, рәхәтләнеп һайлап алырға була. Һатыусыһы ла, һатып алыусыһы ла күп, халыҡтың ҡош-ҡортто үҙе үҫтереп алыуҙы хуп күреүе ҡыуаныслы.
Ҡаҙ бәпкәләренән күбеһенсә Линда һәм Ланда тоҡомлоларын һайлайҙар. Уларҙың бер тәүлеклек бәпкәләре 280 һум тора. 2,3 аҙналыҡ, хатта ике айға тиклемгеләре лә бар.
Өйрәктәрҙән итлерәк тип мулард тоҡомлоһон алыусылар күп, уларҙың берәүһенең хаҡы 240 һумдан башлана, ябай өйрәк бәпкәләрен 120 һумға ла алырға мөмкин.
Бройлер тауыҡ себештәренең иң арзаны — 70 һум. Себеш-бәпкәләрҙең ҙурлығына ҡарап, хаҡтары ла юғарыраҡ, әлбиттә. Алып ҡайтып бер ай тирәһе ашатып, һуйырлыҡ ҙурлыҡта ҡаҙ, тауыҡ, өйрәк тә бар.
Өлкән тауыҡтарға — 300, ҡыҙыл тауыҡтарға 350 һум һорайҙар; ике айлыҡтары 200 һум, әтәстәр иһә 350-400 һум тора.
Ҡош-ҡортон алғас, еме лә кәрәк. Был тәңгәлдә лә ниндәй генә төр аҙыҡ тәҡдим ителмәй һатып алыусыға. Яңы сыҡҡан себештәргә тәүге көндән ашатыу өсөн, ике аҙна үҫкәс һәм башҡаһы бар. Бындай махсус емдең биш килоһы — 250, ун килограмлығы 400 һум менән һатыла.
Шулай уҡ эшҡыуарҙар бер тоғон 600 һум менән бойҙай, һоло (450 һум), арпа (500 һум) ла тәҡдим итәләр.
Баҙар бөгөн гөлдәр баҡсаһын да хәтерләтә, бындағы төрлө-төрлө сәскәләр күҙҙең яуын алып, һәр ҡайһыһы үҙенә саҡырып тора. Шуға ла сәскә һатыусылар янынан да кеше өҙөлмәй.
Петунияларҙың бер төбө 25-50 һум тора.
Бәрхәт сәскәһе — 25 һум; лилиә — 35 һум; газания — 35 һум; сальвия — 30 һум; үрмәле гөлдәр — 25 һум.
Сәскәләр батшаһы булған розаларҙың ниндәй генә сортлыһы ла, ниндәй генә төҫтәгеһе юҡ, йәғни күңелеңә ятҡанын һайлап алырға мөмкинлек бар.
Алма, груша кеүек емеш ағастарының хаҡы ҙурлығына, сортына ҡарап, 250 һумдан башлана; ҡарағат, сейә, крыжовник һәм башҡа емеш ағастары ла бар һатыуҙа.
Баҡсаһына әҙер йәшелсә үҫентеләре алырға теләүселәргә лә үҙенә оҡшаған сортты табыуы бер ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, сөнки улар менән сауҙа итеүселәр ҙә бик күп. Бер төп үҫенте өсөн хаҡтар түбәндәгесә:
помидорҙы — 15 һумдан, ҡыяр — 20, кәбеҫтә — 10 һумдан башлап тәҡдим итәләр.
Бер һүҙ менән әйткәндә, баҙарҙа кеҫәңден ҡалынлығына, теләгеңә ҡарап бөтә нәмәне лә табырға мөмкин.
Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас: