Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был маҡсатта 14 миллион һум аҡса бүленгән. Алдағы йылдарҙа финанслау күләме тик арта барасаҡ. Конкурс аша алынған субсидияны техник өлкәлә эштәргә, консалтинг һәм маркетинг хеҙмәтенә, патент һәм лицензия хоҡуҡтарын алыуға, тауарҙы сертификациялауға, эштәр йәки хеҙмәттәр өсөн түләргә мөмкин. Субсидияның иң ҙур күләме дүрт миллион һум тәшкил итә.