Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә һәм урындағы власть органдарына "Газпром" ҡатнашлығында, граждандарҙың аҡсаһын йәлеп итмәйенсә, газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу сараларын финанслау сығанаҡтарын булдырыуҙы тәьмин итеүҙе ҡушты. Был хаҡта Кремль сайты хәбәр итә.
Шулай ук дәүләт башлығы, "берҙәм тәҙрә" һәм күп функциялы үҙәктәр структураларын ҡулланып, кәрәкле йыһаздарҙы тоташтырыуға һәм уларға техник хеҙмәт күрһәтеүгә комплекслы килешеү төҙөүҙе тәьмин итеүҙе йөкмәтте.
Бынан тыш, 1 октябргә газ менән файҙаланыусы йыһаздарга газ биреү буйынса технологик эштәрҙе билдәләү исемлегенә, ваҡытына һәм ысулдарына ҡарата мәжбүри стандарттар раҫланырға тейеш.
Президент һүҙҙәренсә, илде газлаштырыуҙы этаплап теүәлләү 2024 йылға һәм 2030 йылға тамамланырға тейеш.