Вице-премьер, Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илашта Тажетдинов һүҙҙәренә ҡарағанда, был ағымдағы йылда контрактация өсөн ҡаралған аҡсаның дөйөм күләменең өстән ике өлөшө. 2020 йылға планда – 14, 3 миллард һумлыҡ бер меңдән ашыу проект ҡаралған.
“Республикала милли дәүләт проекттары буйынса бөтәһе 62 объект төҙөлә һәм реконструкциялана, шуларҙың 47-һе быйыл файҙаланыуға тапшырыла”, – тип биләддәп үтте вице-премьер Министрҙар кабинетында үткән оператив кәңәшмәлә.