Әбйәлил бүлеге Буранғол, Хәмит, Күсем, Ҡаҙмаш, Ҡырҙас, Ауыл участка урмансылыҡтарындағы 180 гектарҙағы урмандарҙы һаҡлау менән шөғөлләнә. Ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтарын булдырмау һәм ошондай факттарҙы асыҡлау маҡсатында көн һайын рейдтарға сыға бүлек хеҙмәткәрҙәре.
Янғын сығыу хәүефе юғары булған йәйге осорҙа урмансылар, инженерҙар, урман һағы дәүләт инспекторы юғары әҙерлек режимында эшләй.
“Ҡайҙалыр янғын сығыу тураһында хәбәр алынһа, бөтә ерҙән үтә алған был машинала утты һүндереү өсөн кешеләр һәм ҡорамалдар, һыу алып барырға мөмкин”, – ти бүлек етәксеһе Дамир Камалов.