Йәғни 5 миллион һумға тиклем килемгә һалым 13 процент, биш миллиондан артҡанына 15 процент буласаҡ . Һалымға ҡағылышлы ошондай үҙгәреште Рәсәй Президенты Владимир Путин 2021 йылдың 1 ғинуарынан индерергә тәҡдиме итте. Дәүләт башлығы әйтеүенсә һалым арттырыуҙан бюджет 60 миллиард һум аҡса аласаҡ. Был аҡса маҡсатлы рәүештә ҡиммәтле дарыуҙар һатып алыуға, балаларҙы дауалауға, юғары технологиялы операциялар үткәреүгә һәм медицина техникаһы алыуға йүнәлтеләсәк.