-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Июнь 2020, 11:40

Барыһы ла халыҡ мәнфәғәтендә эшләнә

Ил Президенты Владимир Путин, халыҡҡа сираттағы мөрәжәғәтендә, ярҙам йөҙөнән төбәктәргә өҫтәмә рәүештә 100 млрд. һум аҡса бүленәсәге тураһында әйтте. #ВладимирПутин

Ил Президенты Владимир Путин, халыҡҡа сираттағы мөрәжәғәтендә, ярҙам йөҙөнән төбәктәргә өҫтәмә рәүештә 100 млрд. һум аҡса бүленәсәге тураһында әйтте.
Хөкүмәткә ошоға тиклем бүленгән 200 млрд. һумға өҫтәп, тағы 100 млрд. һум өҫтәмә финанс ярҙамы күрһәтергә ҡушты В. Путин. Был аҡса пандемияға ҡаршы көрәштә дөйөм милли сараларҙы тормошҡа ашырыу менән бәйле төбәк сығымдарын компенсацияларға булышлыҡ итәсәк, тине ил башлығы.
Шулай уҡ 100 миллиард һум аҡса юлдарҙы тиҙ һәм сифатлы төҙөгән, ремонтлаған субъекттарға һиҙелерлек ярҙам буласаҡ.
Читайте нас: