+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Июнь 2020, 13:04

Йомарт ҡулға мал инер

Үҙҙәре генә етеш, бәхетле йәшәүҙе төп маҡсат итмәй, мохтаж булғандарға ярҙам итеүҙә күрә төп асылдарын эшҡыуар Төлкөбаевтар.

Үҙҙәре генә етеш, бәхетле йәшәүҙе төп маҡсат итмәй, мохтаж булғандарға ярҙам итеүҙә күрә төп асылдарын эшҡыуар Төлкөбаевтар
Районда үткән төрлө спорт-мәҙәни сараларға, байрамдарға бағымсылыҡ итеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән йәмәғәт ойошмаларын бер ваҡытта ла ярҙамһыҙ ҡалдырмай улар. Был ғына түгел, республика кимәлендә үткән «Ҡош юлы» фестиваленә өс йыл рәттән бағымсы булғандар.
Пандемия мәлендә күптәр ауыр тормош хәлендә ҡалды. Район эшҡыуарҙарына саҡырыу ташлап, тәүгеләрҙән булып, мохтаж булған оло йәштәгеләргә, инвалидтарға, күп балалы ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙҙы Төлкөбаевтар. Үҙҙәренең шәхси предприятиеһы исеменән егерме кешегә ун төрлө аҙыҡ-түлектән торған пакет әҙерләгәндәр, уларҙы район волонтерҙары Ҡырҙас, Хәмит, Байым, Ташбулат, Дәүләт, Гусев, Асҡар, Буранғол ауылдарындағы ғаиләләргә таратҡан.
...Аҡса булмаған, тауарҙар дефицит булған йылдарҙа Сибайҙа йәшәп, төҙөлөш-монтаж идаралығында фельдшер булып эшләгән Миңзәлә Әсғәт ҡыҙы менән газүткәргестәр төҙөүсе Ришат Бикйән улы, ауылда йәшәүе еңелерәк булыр тип, ғаилә башлығының тыуған ауылына күсеп ҡайтырға ҡарар итә. Төлкөбаевтар үҙҙәренә йорт күтәрә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт ала. Тик төҙөлөштө тамамларға аҡса юҡлығы бәкәлгә һуға. Өҫтәүенә, ғаилә ишәйә — Илфат менән Лилиәгә иптәшкә Наҙгөл тыуа.
Тәүәккәл, тырыш Төлкөбаевтар юғалып ҡалмай, ауылдар буйлап һатыу итергә булалар. Яҡын-тирә ауылдарға ат егеп сыҡҡан ваҡыттар ҙа була. Балалары ла, ата-әсәһе менән бергә йөрөп, сауҙа эшенә өйрәнә. Бөгөн Төлкөбаевтарҙың алыҫ 90-сы йылдарҙа башланған эшҡыуарлыҡ эшен ата-әсә менән бергә ул-ҡыҙҙарының дауам итеүе бала саҡта ошо юҫыҡта алынған тәрбиәнән киләлер.
1996 йылда Миңзәлә Әсғәт ҡыҙы шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлә. Бер аҙҙан үҙ магазиндарын асалар. Улдары Илфат Сибай пединститутын тамамлағас, аҙыҡ-түлек магазиндары менән идара итеү уға йөкмәтелә. Һөнәре буйынса иҡтисадсы һәм менеджментты белгән Илфат, ғаилә бизнесын уңышлы алып китә.
2011 йылда Төлкөбаевтар шәхси предприятиеларын ябып, «Алтын ҡурай» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятие исеменән теркәләләр. Унан инде эшмәкәрлек киңәйә: Тупаҡта, Михайловкала магазиндар асалар, һуңғыһында кафе эшләй башлай. Шулай уҡ үҙ ихаталарында төҙөлгән, дөйөм майҙаны 400 квадрат метр булған теплицала үҫтерелгән йәшелсә-емештән алынған уңыш та һатыуға сығарыла.
Эшҡыуарҙар ғаиләһе бөгөн дә үҫеш юлында. Йәнле трасса буйында урынлашҡан Йәлембәт ауылында заманса ҡунаҡхана-юл буйы комплексы төҙөп ҡуйҙылар. Әлбиттә, әйтеүе генә анһат, был тәңгәлдә эш башлар өсөн ер участкаһы алырға, уға документтар юлларға, проектын эшләргә, рөхсәт ҡағыҙҙары артынан төрлө ведомстволар тупһаларын тапауҙар ҙа байтаҡ ваҡытты ала. Кредит та алалар, һатыу итеүҙән килгән табыш та ошо төҙөлөшкә һалына. Шулай уҡ Башҡортостан эшҡыуарлыҡҡа ярҙам фондынан алынған аҙ процентлы займдарҙың да ярҙамы тейә. Район хакимиәтенән субсидия алалар.
Һөҙөмтәлә өс йыл эсендә дөйөм майҙаны 660 квадрат метр булған бына тигән ике ҡатлы бина ҡалҡып сыҡты. Унда свет, газ, һыу үткән, канализация эшләнгән. Икенсе ҡатта ун ҡунаҡхана бүлмәһе бар, әлеге ваҡытта һуңғы биҙәү эштәре алып барыла. Ә беренсе ҡатта магазин, кафе, 100 урынға банкет залы урынлашҡан, улар барыһы ла бөгөн халыҡҡа хеҙмәт күрһәтә.
«Алтын ҡурай» кафеһы ҡунаҡтарға башҡорт һәм рус милли ризыҡтары тәҡдим итә. Зауыҡ менән биҙәлгән бүлмәләр сифатлы һәм тәмле аштар, ихтирамлы-иғтибарлы персонал күптәрҙең күңеленә хуш килә. Шуға ла күптәр туй тантаналарын, юбилейҙарын нәҡ ошонда үткәреүҙе өҫтөн күрә. Бында Илфаттың ҡатыны Әлимә Рәйес ҡыҙы, һеңлеләре Лилиә менән Наҙгөлдөң башҡорт милли аштарына өҫтөнлөк биреп, килеүселәрҙе яҡты йөҙ менән ихлас ҡаршы алыуҙары үҙ ролен уйнай. Әйткәндәй, ҡыҙҙар магазинда ла үҙҙәре алмашлап һатыу итә.
Миңзәлә Әсғәт ҡыҙы баҙар көндәре Асҡарға тауарын сығара, бында уны үҙ һатып алыусылары көтөп ала. Ғаилә башлығы ла фермер булараҡ йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнә. Ғимранташта ҡуртымға ер алған эшҡыуарҙар ғаиләһенә был да кәрәкле шөғөл. Бында киләсәктә «Эко-этнопарк» проекты сиктәрендә тирмәләр ҡороп, экстрим объекттар, кемпинг-туҡталыштар, балалар өсөн ял итеү урындары булдырыу хыялы менән яна Илфат Ришат улы.
Читайте нас: