«Российская газета» яҙыуынса, был мөмкинлек менән бөгөнгө көнгә 80 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ файҙаланған. Улар Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итеп, яңы һөнәр үҙләштергән йәки үҙ эше буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткән. Гүзәл заттар нигеҙҙә документтар менән эшләү, бухгалтерия иҫәбе алып барыу, шәфҡәт туташы, визажист-стилист, дизайнер кеүек һөнәрҙәрҙе һайлаған.