+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Июль 2020, 12:10

Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!

“Йыл экспортлаусыһы” Бөтә Рәсәй премияһына ғаризалар ҡабул итеү 12 июлгә тиклем оҙайтылды.#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Рәсәй экспорт үҙәге (РЭЦ) халыҡ-ара кооперация һәм экспорт өлкәһендә үткәрелгән “Йыл экспортлаусыһы” Бөтә Рәсәй премияһына ғаризалар ҡабул итеүҙе 12 июлгә тиклем оҙайтты.
Был конкурста илдең бөтә федераль округтарынан эскпортҡа тауар сығарыу менән шөғөлләнгән бәләкәй, урта һәм эре бизнес вәкилдәре, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала.
Абруйлы премия бер нисә номинация буйынса тапшырыла: сәнәғәт, ауыл хужалығы, юғары технологиялар, төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү, трейдер өлкәләре буйынса йылдың иң яҡшы эспортерҙары билдәләнә, шулай уҡ “Йыл алға китеше” һәм “Яңы география” тигән номинациялар ҙа булдырылған.

#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Читайте нас: