БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, был Үҙәк әлеге эшләүсе координацион кәңәшмә органының һәм республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының эшен ҡабатламайасаҡ. «Инвестиция йәлеп итеү үҙәге алдында, инвесторҙар эҙләүгә берҙәм йүнәлеш булдырыу һәм индереү, инвестпроекттар хәрәкәтен бергә туплау, инвестиция процессын һөҙөмтәле һәм тиҙләтеү бурысы тора», – тип белдерҙе. Муниципалитет кимәлендә, был үҙәк үҙ эшен бизнес–шерифтар аша атҡарасаҡ.