+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Июль 2020, 11:45

Байҙар өсөн арттырылған һалымды индереү тиҙләтелә

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәттән бай һалым түләүселәрҙән физик шәхестәр табыштарына һалымды арттырыу тураһында закон ҡабул итеүҙе ашыҡтырырға ҡушты.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәттән бай һалым түләүселәрҙән физик шәхестәр табыштарына һалымды арттырыу тураһында закон ҡабул итеүҙе ашыҡтырырға ҡушты.
Был хаҡта дәүләт башлығының рәсәйлеләргә мөрәжәғәте һөҙөмтәләре буйынса башҡарылырға тейешле эштәр исемлегендә әйтелә. Документ менән Кремль сайтында танышырға була.
Билдәле булыуынса, Президент йыллыҡ табышы 5 миллион һумдан ашыу булған физик шәхестәргә һалым күләмен ғәмәлдәге 13 проценттан 15 процентҡа тиклем күтәреү зарурлығы хаҡында белдергәйне Рәсәй халҡына 23 июндә мөрәжәт иткәндә.
Министрҙар кабинетына был һалым ставкаһы ҡулланыласаҡ табыштар төрҙәрен билдәләргә, шулай уҡ арттырылған ставка буйынса йыйылған аҡсаны иҫәпкә алыу һәм маҡсатлы тотоноу механизмын эшләргә ҡушылды. Был аҡсаларҙы ауыр сиргә дусар булған балаларға ярҙамға тотоноу күҙааллана.
Читайте нас: