-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Июль 2020, 12:15

Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу маҡсатында

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты тормошҡа ашырыла.#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты тормошҡа ашырыла.
Ул сеймалға ҡарамаған төп тармаҡтарҙағы ҙур һәм уртаса предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға булышлыҡ итә.
Ошо көндөрҙө тағы ла ике ойошма – “Арт Оснастка” һәм “Артемида” Башҡортостан Хөкүмәте менән килешеү төҙөнө. Уларҙың беренсеһе – нефть һәм газ скважиналарын нығытыу технологиялары һәм техник саралары эшләү, икенсеһе иһә һыйыр малы үрсетеү, һөт етештереү менән шөғөлләнә.
Мәғлүм булыуынса, әле республика Хөкүмәте төбәк предприятиелары менән милли проектта ҡатнашыу тураһында 67 килешеү төҙөгән. Улар араһында сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш индустрияһы ойошмалары бар.
2024 йылда предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге, быйылғы менән сағыштырғанда, кәмендә биш процентҡа артасаҡ, тип күҙаллана.
Читайте нас: