+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Июль 2020, 12:30

Өҫтәмә ярҙам күрһәтелә

Милли проект сиктәрендә республика экспортерҙарына аҡса бүленгән.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә республикала “Башҡортостан Республикаһында экспорт үҫеше” төбәк проекты бойомға ашырыла. Башҡортостан экспортерҙарына ярҙамға өҫтәмә рәүештә 85 миллион һум бүлеү планлаштырылған.
Предприятиеларҙан 55 миллион һумға ғаризалар ҡабул ителгән дә инде.
Быға тиклем экспортер-предприятиеларға проектты бойомға ашырыуга республика бюджетынан 100 миллион һум бүленгән булған. Уларҙың 80 миллионы тауарҙарҙы транспортлау менән бәйле сығымдарҙы ҡайтарыуға субсидиялар биреүгә йүнәлтелгән.
Әле 32 компания менән 80 миллион һумлыҡ 42 килешеү төҙөлгән. Ҡалған 20 миллионы продукцияны сертификатлау менән бәйле сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплауға йүнәлтелә. 8 компания менән 4,3 миллион һумлыҡ 10 килешеү төҙөлгән.
Читайте нас: