+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Июль 2020, 12:10

“2021 йылға хеҙмәт баҙары тулыһынса тергеҙелергә тейеш”

Ошондай бурысты ҡуйҙы ил президенты Владимир Путин 2021 йылға һәм 2022 һәм 2023 йылдарға федераль бюджетты формалаштырыу мәсьәләләренә арналған видеокәңәшмә барышында. #ВладимирПутин

Ошондай бурысты ҡуйҙы ил президенты Владимир Путин 2021 йылға һәм 2022 һәм 2023 йылдарға федераль бюджетты формалаштырыу мәсьәләләренә арналған видеокәңәшмә барышында.
Иҡтисади сәйәсәттә төп бурыс – мәшғүллек кимәлен тергеҙеү, кешеләргә эшләргә, аҡса табырға һәм ғаиләләрен тәьмин итергә мөмкинлек биреү, – тине ул. – Ҡабатлап әйтәм: хеҙмәт баҙары 2021 йылға тулыһынса тергеҙелергә тейеш.
Шулай уҡ В. Путин мәшғүллекте үҫтереү, халыҡтың табышын арттырыу өсөн федераль бюджет мөмкинлектәрен дә индереп, бар ресурстарҙы файҙаланыу зарурлығын белдерҙе.
Ил башлығы һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, инфраструктура кеүек өлкәләрҙең үҫешен дә иҫәптән сығармайынса, оҙайлы стратегик пландарҙы, милли проекттарҙы бойомға ашырыуға өҫтәмә ресурстарҙы йүнәлтеү өсөн булған тәжрибәне иҫәпкә алыу мөһимлеген дә билдәләне.
Читайте нас: