+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Июль 2020, 11:40

Емеш-еләк осоро

Ваҡытында ямғырҙар булмауы үҙебеҙҙә үҫкән йәшелсә-емештәрҙең хаҡтарына ла үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Бөгөн Асҡар баҙарында, сауҙа нөктәләрендәге хаҡтар менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла таныштырып үтмәксебеҙ.

Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн илдәр араһында сиктәр ябыҡ булды, был инде сит илдәрҙән индерелгән йәшелсә-емешкә хаҡтарҙың бер туҡтауһыҙ артып тороуына килтерҙе. Шулай уҡ ваҡытында ямғырҙар булмауы үҙебеҙҙә үҫкән йәшелсә-емештәрҙең хаҡтарына ла үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Бөгөн Асҡар баҙарында, сауҙа нөктәләрендәге хаҡтар менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла таныштырып үтмәксебеҙ.
Әле нәҡ емеш-еләктең бешкән мәле. Шуға ла баҙарҙа үҙ баҡсаһында үҫтереп, һатыуға сығарылған ағас еләген дә, сейәне лә, ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағатты ла табырға мөмкин. Хатта күптәребеҙ, был ҡоролоҡта ер еләге үҫмәгәндер, тип уйлаһа ла, уны һатыусылар бар. Һутлы ла, тәмле лә еләктең ҡайҙа барлығын һорауыма, яуап биреүсе булманы, ҡайҙан йыйыуҙары сер булып ҡалды. Аҡса эшләп ҡалыу мөмкинлеге булғанда, кем генә урынын әйтергә теләһен инде, сөнки еләктең бөгөн хаҡы бар, уның биш литрлыҡ биҙрәһе 1000 һум тора.
Шул уҡ ваҡытта викторияның ошондай күләмдәгеһенә лә 1000 һум һорайҙар, 3 литрлыҡ һауыттағыһы — 500 һум.
Ағас еләгенең өс литрлыҡ банкаға һалынғанын 500 һумға, бер литрҙағыһын 150 һумға алырға мөмкин.
Ҡыҙыл ҡарағаттың бер биҙрәһе (5 л) — 400 һум;
ҡара ҡарағат — 600 һум (5 л);
сейә (3 л) — 250 һум.
Һатыуҙа шулай уҡ картуф күп. Былтырғы уңыштың бер биҙрәһе 150 һумдан башлана. Өлгөр, уңған хужабикәләр быйылғы уңышты ла һатыуға сығарған, 5 литрлыҡ һауытта ул 250 һум тора. Ҡәҙимге ҙурлыҡта булған картуфты ҡасан сәсеүҙәре менән ҡыҙыҡһындым.
— Тиҙ өлгөрә торған сортлы картуф ул, майҙың 8-ендә ултыртҡайным, бына ике ай эсендә өлгөрҙө лә, — тип картуфының шундай ҙур булып үҫеүе серҙәре менән ихлас уртаҡлашты апай.
Һөт продукцияһы менән сауҙа итеүселәр рәте лә ишле генә. Һөттө бында 1,5 литрлыҡ шешәләгеһен 70 һум менән тәҡдим итәләр.
Ҡаймаҡтың 1 литры — 340 һум;
Майҙың килограмы — 500 һум.
Яңы һарҡытылған бер баш ҡорот — 150 һум;
Шыйыҡ ҡорот — 200 һум (1,5 л):
Ыҫланған һәм киптерелгән ҡороттоң бер башы, ҙурлығына ҡарап, 30, 50, 100 һум тора.
Ҡыҙыл эремсек — 300 һум торһа, аҡ эремсек 150-160 һум.
Ҡымыҙ һатыусылар 1,5 литрлыҡ шешәләге продукцияларына бар ерҙә лә бер төрлө хаҡ һорайҙар, ул 180 һум тора.
Ҡулдан балыҡ тәҡдим итеүселәр юҡ, шулай ҙа «Уңыш» магазинында булған балыҡтың бер килоға хаҡтарын килтереп китеү урынлы булыр:
пелядь — 300 һум;
ҡорман — 50 һум;
табан балыҡ, ҙурлығына ҡарап, 30-50 һум.
Ҡул тирмәнендә тарттырылған талҡандың 600 грамын 50 һумға алырға була. Баҡсасылар, килоһын 50 һум менән, үҙҙәре үҫтергән ҡыярҙы тәҡдим итәләр.
Ә магазиндарҙа ҡыярҙың хаҡы, сифатына ҡарап — 45-тән 79 һумға тиклем. Билдәһеҙ урындан килтерелгәнде алғансы, үҙ еребеҙҙә үҫкәне яҡшы, әлбиттә.
«Пятерочка», «Магнит», «Продукты даром», «Фасоль» кеүек супермаркеттарҙа быйылғы баклажан, ташҡабаҡ кеүек йәшелсәләр табырға мөмкин. Әлегә кибеттәрҙәге помидор менән татлы боростоң да хаҡы юғары ҡала, сөнки был төр йәшелсә үҙебеҙҙә өлгөрөп етмәй ята.
Һарымһаҡтың яңы уңышының бер килоһы 210 һумдан башлана. Магазиндарҙа яңы уңыш картуфының килограмы 45 һум тора.
Ҡарбуз, ҡауын миҙгеле лә башланды. Уны магазиндарҙа ғына түгел, урамдағы сауҙа нөктәләренән дә алырға була. Ҡарбузды «Магнит» магазинында килоһын 36 һум 99 тин, ҡауынды — 89-91 һум менән тәҡдим итһәләр, урамда, ярашлы рәүештә, 38 һум һәм 85 һум. Ҡауын-ҡарбуздың хаҡы бер көн ҡараһаң бер төрлө, икенсе көнөнә, ул ҡырҡа күтәрелә, тағы бер аҙҙан төшөп китә. Был продукцияны һатыусылар быны әлеге лә баяғы пандемия арҡаһында илдәр араһындағы сиктәрҙең бер асылып, бер ябылып тороуы менән аңлата. Ошо сәбәпле, киптерелгән емеш-еләктәрҙең хаҡтары ла шулай тиҙ «үргә үрләне». Ғөмүмән, бындай хәл ситтән индерелгән һәр тауарҙа сағылыш таба.
Йәшелсә-емешкә магазиндарҙа уртаса хаҡтар (1 килограмы):
нектарин — 135-170 һум;
слива — 98-110 һум;
борос — 249 һум;
абрикос – 78-130 һум;
персик — 189 һум;
һары сейә — 230-290 һум;
Уларҙың боҙола башлағандарын түбәнерәк хаҡҡа ла тәҡдим итәләр икән.
Еләк-емешең булғас, уны эшкәртеп, компот-һуттар, ҡайнатмалар әҙерләү өсөн шәкәре лә кәрәк. Татлы аҙыҡҡа хаҡтар һәр магазинда төрлөсә. Шуға ла иң элек хаҡтарҙы ҡарап сығып, унан ғына һатып алыу хәйерлерәктер.
«Магнит»та бер килоһы — 31,80 һум;
«Продукты даром» — 35 һум;
«Пятерочка» —5 килолыҡ ҡапта 159 һум;
«Алтынай» — 5 килоһы 190 һум.
Бер килоһы 1000 һумға барып еткән имбирҙе бөгөн 269 һумға алырға була.
Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас: