Илебеҙҙең 2024 йылға тиклемге үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булған әле 13 милли проект бойомға ашырыла.
Уларҙы 2024 йылдың аҙағына тиклем тормошҡа ашырыуға 25,7 трлн. һум йүнәлтеләсәк.
Ул ғына ла түгел, Рәсәйҙә туризмға ярҙамға йүнәлтелгән яңы милли проект әҙерләнә. Уның төп бурысы – туристарҙың килеүен арттырыу һәм тармаҡта килемде үҫтереү.
Рәсәй Хөкүмәте туроператорҙарҙың сығымын өҫтәмә финансларға, шулай уҡ туристарҙың юл хаҡын кәметергә, сит ил кешеләре өсөн электрон визалар индерергә планлаштыра. Милли проектты вице-премьер Дмитрий Чернышенко етәкселегендәге һигеҙ эшсе төркөм әҙерләй.
Иҫәп буйынса 14-се проект киләһе йылда уҡ бойомға ашырыла башлаясаҡ һәм йыл һайын 80 млрд һум талап ителәсәк, тип көтөлә.
«Әле, Рәсәй халҡына сит илдәргә юл ябыҡ булғанда, был бик көнүҙәк, ошо милли проектты булдырыу урынлы буласаҡ», – тип иҫәпләй «Рәсәй таянысы» президенты Александр Калинин.
Әйткәндәй, 1 августан Өфө буйлап ике ҡатлы экскурсион автобус йөрөй башлаясаҡ. Шулай уҡ ҡала буйлап профессиональ гидтар оҙатыуында йәйәүле экскурсиялар ойоштороу ҙа күҙаллана.