+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июль 2020, 13:00

Башҡортостанда хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше 3,1 процент тәшкил итергә тейеш

Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе.#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проекты бурыстарына ярашлы 2020 йылда Башҡортостанда хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше 3,1 процент тәшкил итергә тейеш. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе, тип хәбәр итә "Башҡортостан гәзите".
Уның һүҙҙәре буйынса, милли проект етештереү һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм персоналдың квалификацияһын күтәреү арҡаһында предприятиеларҙың конкуренцияға һәләтлелеген арттырыу мөмкинлеге бирә. Бының өсөн республикала ике төбәк проекты эшләнгән: “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн системалы саралар” һәм “Предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өсөн адреслы ярҙам”
Проектта ҡатнашыусылар өсөн Төбәк компетенциялар үҙәге ярҙамында һаҡсыл етештереү системаһын индереү, етештереү юғалтыуы һәм кәрәкмәгән эште юҡҡа сығарыу, тотонолмаған сеймал һәм материалдар запасын кәметеү кеүек түләүһеҙ саралар комплексы тәҡдим ителә. Был уртаса 44 процентҡа технологик процестар ваҡытын кәметә һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген 30 процентҡа арттыра.
Читайте нас: